Үлемесле авария Софья Перовская һәм Аврора урамдары киҫелешендә теркәлгәйне. Ҡарар Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының тәфтиш баш идаралығы тарафынан раҫланған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы урынын тикшергәндән һуң руль артында ултырған 28 йәшлек ҡатынға ҡарата Рәсәй енәйәт кодексының 264-се статьяһы буйынса эш асылған. Тәфтиш осорона уға Өфөнән ситкә сығырға рөхсәт ителмәй.




