Улар енәйәтсе, йәберләүсе һәм бурҙарҙы эҙләп таба

Тәфтиш комитеты һәм Эске эштәр министрлығы менән Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенең тәфтиш бүлексәләре хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләне. Тап июль аҙағында Петр Беренсе указына ярашлы Рәсәйҙә беренсе тапҡыр тәфтиш канцеляриһы булдырыла. Әлеге көндә тәфтиш тармағы ҡатмарлы, мәшәҡәтле һәм хәүефле эштәрҙең береһе һанала. Был һөнәрҙе һайлаусылар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Хәбәрһеҙ юғалған ҡатындың кәүҙә ике йыл дауамында ер аҫтында ҡала. Байтаҡ ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, енәйәтсе табыла һәм язаға тарттырыла. Хәйбулла районында йәшәгән ҡатынды яҡташы йәберләп, быуып үлтергән була. Был эш менән тәфтишсе Дмитрий Глухов шөғөлләнә. Ул был тармаҡта 11 йыл эшләй. Ошо ваҡыт эсендә байтаҡ тәжрибә туплаһа ла, һәр фажиғәне шәхси проблема кеүек ҡабул итә. 

Енәйәтсене асыҡлау өсөн төрлө экспертизалар үткәрҙек. Шул иҫәптән, һәләк булыусы кем икәнлеген асыҡлау һәм фажиғә көнө ваҡиғаларын тергеҙеү маҡсатында генетик анализ эшләнек. Енәйәт эше судҡа ебәрелде. Һөҙөмтәлә, ғәйепләнеүсе 8 йылға иркенән мәхрүм ителде.

Дмитрий Глухов, Рәсәй тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса идаралығының сибай район-ара тәфтиш бүлеге өлкән тәфтишсеһе

Һәр енәйәт эшенә тиҫтәләгән дәлил табырға, шиклеләрҙе асыҡларға, шаһиттарҙан күрһәтмәләр алырға, ваҡиға урынына сығып, анализларға, бихисап документ тултырырға һәм енәйәтсене яуаплылыҡҡа тарттырырыу... Ошондай мәшәҡәтле, ҡатмарлы хеҙмәт тәфтишселәр иңенә һалынған. Йыл һайын Сибай район-ара тәфтиш комитеты ғына 100-ҙән ашыу енәйәт эшен асыҡлай. Еңел булмаған эштә гүзәл заттар ҙа бихисап.

Байрам уңайынан коллегаларыма ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, дәүләт, йәмғиәт һәм закон мәнфәғәтен яҡлауҙа яңы үрҙәр яуланыуын теләйем.

Анастасия Моисеева, Рәсәй Тәфтиш комитеты Башҡортостан буйынса идаралығының Сибай район-ара тәфтиш бүлеге тәфтишсеһе

Башҡортостан район-ҡалаларының тәфтиш комитеты бүлексәләре хеҙмәткәрҙәрен Өфөлә ҡотланылар. Һөнәри байрам уңайынан енәйәтселеккә ҡаршы көрәшкә тос өлөш индергән, оператив эшмәкәрлектәге юғары күрһәткестәре өсөн белгестәр почет грамоталары менән бүләкләнде.

Йылдар үтһә лә тәфтишселәр өсөн талаптар үҙгәрмәй. Тәү сиратта – эшеңә яуаплы ҡарау, намыҫлы булыу, тәртип һәм закон һағында тороу. Нәҡ ошо сифаттар граждандарҙың хоҡуҡ һаҡсыларына ҡарата ышансын һаҡлай. 

Фото №1 - Улар енәйәтсе, йәберләүсе һәм бурҙарҙы эҙләп таба
Выборы 2026

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ