Өфөлә «Торлаҡ коммуналь хужалыҡ өлкәһендә иң яҡшы һөнәрмән» конкурсы үтте. Оҫталарыҙың тәжрибәһе менән бер рәттән теорияны яҡшы белеүе лә баһаланды.
Бөгөн Дим биҫтәһенең Торлаҡ-хужалыҡ идаралығы нигеҙендә слесарь-сантехник, иретеп-йәбештереүсе, электрик һәм балта оҫталары өсөн профессиональ бәйге ойошторолдо. Конкурс ҡатнашыусыларҙың хеҙмәт стажы кәм тигәндә тиҫтә йылдан ашыу.
Тиҫтә йыл эсендә бәйге матур йолаға әүерелде. Ул һөнәрмәндәрҙең профессиональ оҫталығын арттырыу, һәләтле белгестәрҙе асыҡлау, торлаҡ фондын тейешле кимәлдә хеҙмәтләндереү маҡсатында ойошторола. Ҡала этабы конкурсы еңеүселәре 5 августа бүләкләнәсәк. Унан һуң, «Торлаҡ хужалығы өлкәһендә иң яҡшы һөнәрмән» конкурсының республика этабына старт бирелер тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин







