Был тәҡдимде бөгөн Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте етәксеһе Олег Скуфинский республика башлығы менән осрашыуҙа белдерҙе.
Башҡортостан әлеге ваҡытта «Киңлектәге мәғлүмәттең милли системаһы» дәүләт программаһында ҡатнаша. Уға ярашлы ер һәм мөлкәт объекттары буйынса мәғлүмәттәрҙең берҙәм һанлы платформаһын һәм электрон картография нигеҙен булдырыу күҙаллана.
Республикала был йәһәттәң һөҙөмтәле эш алып барыла. Төбәктең «Биләмә» тип аталған үҙ программаһы ла бар. Радий Хәбиров билдәләүенсә, дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтен камиллаштырыу, заман технологияларын ҡулланыу идара органдарына ла, инвесторҙарға ла, ябай халыҡҡа ла уңайлы.
Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте етәксеһе Олег Скуфинский Башҡортостанда алып барылған эшмәкәрлекте юғары баһаланы. Республикала заман технологиялары уңышлы ҡулланыла, документтар әйләнеше электрон форматҡа күсә. Был үҙ сиратында мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү ваҡытын тиҙләтә.
Олег Скуфинский Башҡортостанды «Туризм өсөн ер» пилот проектында ҡатнашырға ла саҡырҙы. Был программа Рәсәй Хөкүмәте тәҡдиме менән барлыҡҡа килгән. Уның төп маҡсаты булып туризм йүнәлешен йәйелдерерлек зоналарҙы асыҡлау, теркәү, үҫтереү тора. Пилот проектында әле тиҫтәгә яҡын төбәк ҡатнаша.
Рәмзиә Кәримова




