Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте етәкселеге Республика менән идара итеү үҙәге эшмәкәрлеге менән дә танышты. Делегация төбәк йәшәйешенең барлыҡ тармаҡтарын солғап алған берҙәм һанлы платформа мөмкинлектәрен юғары баһаланы.
Сара сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашлығында кәңәшмә уҙғарылды. Росреестр вәкилдәренә төбәктә индерелгән мәғлүмәт системалары, шул иҫәптән «Биләмә» проекты менән эшләү мөмкинлектәре күрһәтелде. Шулай уҡ осрашыуҙа дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә киңлектәге мәғлүмәт фондын ойоштороу механизмдары ла ҡаралды.
Гөлназ Хәйбуллина




