Быға тиклем пассажирҙар ял һәм байрам көндәрендә генә хеҙмәтләндерелә ине. Заманса йыһазландырылған тимер юл транспорты мөмкинлектәре менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Көн һайын иртәнге сәғәт туғыҙҙа Өфө тимер юл вокзалынан Раевкаға тиклем «Ҡарлуғас» тип исемләнгән тиҙ йөрөшлө поезд ҡуҙғала. Кире йүнәлеш буйынса баш ҡалаға ул киске сәғәт биштә юлға сыға. Билдәләнгән маршрут буйынса «Көнбайыш экспресс» 11 июндә үк ебәрелгәйне. Бөгөнгә тиклем ул тик ял көндәрендә генә пассажирҙарҙы ҡабул итте. Хәҙер аҙна дауамында оло сәфәргә сығырға мөмкин.
«Ҡарлуғас» сәғәтенә 160 саҡрым тиҙлек йыя ала. Бында ултырыу өсөн 414 урын ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта поезд 1300 кешене һыйҙыра ала. Юл дауамында Дим, Шишмә, Шиңгәккүл һәм Дәүләкән станцияларында туҡталыштар ҡаралған.
Яңы тимер юл транспортында ваҡыт күпкә экономиялана. Раевкаға тиклем билдәләнгән маршрут бер сәғәт тә ҡырҡ минутҡа иҫәпләнгән. Юл хаҡына килгәндә, федераль һәм төбәк льготалар үҙ көсөндә ҡала.
Поезд хәүефһеҙлек һәм эргономиканың һуңғы стандарттарын иҫәпкә алып ҡоролған. Интеллектуаль идара итеү системаһы, видео күҙәтеү камералары менән тәьмин ителгән. Пассажирҙар салоны иркен, бәләкәй багаж ҡуйыу урындары бар.
Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Бында мобиль телефондарҙы ла зарядкаға ҡуйып була. Һәр вагонда һигеҙәр розетка. «Ҡарлуғас»тың техник мөмкинлектәрен бөгөн «Өфө» тимер юл вокзалынан сәфәргә юлланған тиҫтәләп кеше баһаланы.
Республиканың көнбайыш йүнәлешенә бөгөн ике «Ҡарлуғас» йөрөй. Тәүгеһе апрелдә «Өфө-Приют» маршруты буйынса ебәрелгәйне. Яңы быуын поезын халыҡ тиҙ үҙ итә. Көнөнә ул уртаса алты йөҙ кешене йөрөтә.
Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы Башҡортостан хөкүмәте һәм Куйбышев тимер юлы ярҙамы менән күсмә состав паркын яңыртыу эшен дауам итәсәк.
Гөлназ Хәйбуллина







