«Көнбайыш экспресс» уңайлы һәм хәүефһеҙ, ҙур ихтыяж менән файҙаланыла

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та социаль селтәрҙәге сәхифәһендә халыҡ араһында популяр булған йүнәлеш буйынса «Ҡарлуғас»тың йөрөй башлауы тураһында хәбәр итте.

«Көнбайыш экспресс» уңайлы һәм хәүефһеҙ, ҙур ихтыяж менән ҡулланыла. Төбәк етәксеһе «республиканың көнсығышына ла маршрут асырға ҡалды» тип яҙған. Был эш яҡын киләсәктә мотлаҡ башҡарыла.

Әйткәндәй, декабргә тиклем Ырымбур һәм Приют ҡасабаһына өҫтәмә поездар ебәреү ҡаралған. Радий Фәрит улы Рәсәй тимер юлдары компанияһы етәкселегенә тығыҙ хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, яҡынлашып килгән Тимер юлсылар көнө менән дә ҡотланы.

Фото №1 - «Көнбайыш экспресс» уңайлы һәм хәүефһеҙ, ҙур ихтыяж менән файҙаланыла

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ