Ҡаланың терапия йүнәлешендәге дауахана хеҙмәткәрҙәре Республика перинаталь үҙәге биләмәһенә йыйылды. Осрашыуҙа белгестәрҙең ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлеге тикшерелеп, киләсәккә үҫеш пландары билдәләнде.
Әле махсуслашҡан медицина бригадалары һәр дауахана базаһында ойошторолған. Уның ағзалары техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәргә даими әҙер булырға тейеш. Бәхеткә күрә, бындай осраҡтар республикала йыш теркәлмәй. Шулай ҙа Оло Тәләк фажиғәһе йәки быҫҡып ятҡан Сибай карьеры махсуслашҡан бригадаларҙан ҙур әҙерлек талап итте.
Медицина бригадалары махсус ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Яһалма тын алыу аппараты, күсмә ИВЛ, дефибриллятор, кислород балоны кеүек кәрәк-яраҡтар һәр ашығыс ярҙам машинаһында бар.
Бынан тыш, хеҙмәткәрҙәрҙең противогазы ла булырға тейеш. Тикшереүҙәр барышында, бригадаларҙың документарына, атап үткәндә уларҙың ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында эш итеү алымдарына ҙур иғтибар бүленде.




