Анадырь операцияһында ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ 60 йыл үткәс сираттағы наградаһын алып ҡыуанды. Иҫтәлекле бүләктәрҙе Рәсәйҙең Куба менән дуҫлығы йәмғиәте Президенты, илдең финанстар министры урынбаҫары Алексей Лавров тапшырҙы.
60 йыл элек Куба менән бәйле ваҡиғаларҙы күптәребеҙ белмәй ҙә. Әммә тап ошо серле операция һөҙөмтәләре әлегәсә һаҡланған тыныс мөнәсәбәттәр нигеҙенә ята. Америка ҡушма штаттарының Советтар союзы менән ядро һуғышына тиклем барып еткән осорҙа ил һаҡсылары һынылышлы операция уҙғара.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ракета ғәскәрҙәре Кубаға инә. Тыныс тормоштоң ни тиклем мурт икәнлеген аңлаған Мәскәү менән Вашингтон килешеүҙәр өҫтәле артына ултыра. Был осор һалҡын һуғыштың иң көсөргәнешле мәле һанала. Башҡортостан һалдаттары ла ла операцияла ҙур ҡаһарманлыҡтар күрһәтеп юғары нагһрадаларға эйә була.
Айнур Кәбиров







