Йүнсел йүнен күрә. Баймаҡ районы Таулыҡай ауылынан Зилиә Исхаҡова кәбеҫтәнән мул уңыш алырға әҙерләнә. Ошо арала экологик яҡтан таҙа йәшелсә һатыуға сығарыласаҡ. Уңған эшҡыуар баҫыуында БЮТ ижади төркөмө лә булды.
Зилиә Исхаҡова 6 йыл баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Шәхси хужалығын булдырған осорҙа ул картуф,кишер сәсһә, һуңғы йылдарҙа иһә кәбеҫтә үҫтереүгә өҫтөнлөк бирә. Был миҙгелдә ҡуртымға алынған 5 гектар майҙан ерҙә 140 мең төп кәбеҫтә ултыртҡан. Хужалыҡта һәр көн йәшелсәләргә һыу һибелә, сүп үләндәре таҙартыла.
Яҡшы уңышҡа өлгәшеү көс һәм ваҡыт талап итә. Был өлкәлә ярайһы тәжрибә туплаған эшҡыуар ҡар әрселә башлағандан ҡара көҙгәсә ер эшендә. Апрель айында йылытмаға орлоҡ сәселә. Унан инде көндәр йылыныу менән, үҫентеләр баҫыуға күсереп ултыртыла.
Үҫентеләрҙе ваҡытында тәрбиәләү,ашламалар индереү мул уңыш алыуҙың төп сере.Һәр йыл Экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы тауарға һорау ҙур – йәшелсәләр Баймаҡ, Сибай, Ейәнсура яҡтарына һатыуға оҙатыла, урындағы халыҡ та бик теләп ала.
Альбина Баййегетова




