«Тәүәкән» ауыл хужалығы предприятиеһы ойошторолоуға 20 йыл

Күркәм юбилей уңайынан Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында ҙур байрам ойошторолдо. Тантанаға республика хакимиәте вәкилдәре, район етәкселеге, хужалыҡ эшсәндәре, ветерандар саҡырылды. Ентекләберәк киләһе яҙмала.

Тәүәкән ауыл хужалығы предприятиеһы егерме йыл эсендә төрлө үҙгәрештәр кисерә. Май, һөт, ит, ҡымыҙ, иген, картуф һәм башҡа продукция етештергән ойошма Башҡортостандың көнъяғында иң ҡеүәтлеләрҙән һанала.

Район кимәлендә лә ул беренселәр рәтендә. Башҡортостандың беренсе президенты Моратаза Рәхимов башланғысы менән 2002 йылда барлыҡҡа килгән Тәүәкән предприятияһы әлеге көндә лә уңышлы эшләп килә.

Предприятиеның етештереү цехы заманса һәм иң алдынғы үрнәк буйынса проектланған.

Хужалыҡ хеҙмәт династиялары менән дан тота. Быуындар күсәгилешлеге – төп этәргес булып тора. Ағалы-ҡустылы Әбдрәхимовтар тап шулар рәтендә. Оҙаҡ йылдар был тармаҡта лайыҡлы эшләгәне өсөн «Атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исемен йөрөткән Рауил Әбдрәхимов хеҙмәт юлын «Ҡыҙыл байраҡ» колхозы осоронда башлай. Алдынғы механизаторҙар ғаиләһенән булғанға күрә, Рауил Закир улы ла техника менән тиҙ арала уртаҡ тел таба.

Байрам сәхнәһенән йыр-моң ағылды, һәр сығыш яһаусы хужалыҡтың тарихына байҡау яһап, киләсәккә изге теләктәр еткерҙе. Алдынғы эшсәндәргә маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Һабантуй майҙанын хәтерләткән сарала төрлө спорт, халыҡ уйындары уҙғарылды. Хужалыҡтың йәшлек юбилейы күңелле һәм файҙалы үтте.

Фото №1 - «Тәүәкән» ауыл хужалығы предприятиеһы ойошторолоуға 20 йыл

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ