Быйыл йәйге һыу инеү миҙгелендә 115 кеше ҡотҡарылған

Ә ҡорбандар һаны әлеге статистиканың яртыһын тиерлек биләй. Уларҙың алтыһы – балалар.

Башҡортостан Хөкүмәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, республика биләмәһендә янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек саралары, шулай уҡ һыу инеү объекттарындағы хәүефһеҙлек мәсьәләренә бәйле сираттағы кәңәшмә үтте.

Уның сиктәрендә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән Бөрө ҡалаһынан 43 йәшлек Альберт Басиров бүләкләнде. Ул июль урталарында Ағиҙел йылғаһынан ике баланы ҡотҡарған.

Фото №1 - Быйыл йәйге һыу инеү миҙгелендә 115 кеше ҡотҡарылған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ