Башҡортостан археологтары уникаль ҡомартҡы асыҡланы

Баш ҡала янында ғына урынлашҡан Подымалов ауылы эргәһендәге экспедицияла бығаса булаған күләмдә керамик әйберҙәр табылды. Әгәр быға тиклем тотош төбәктә тиҫтәгә яҡын балсмыҡтан әүәләнгән көнкүреш әберҙәре ҡалдыҡтары табылһа, был юлы археологтар бер урында ғына йөҙәрләгән керамик әйберҙәргә юлыҡты.

Был иһә ошо ерлектә йәшәгән халыҡ тураһында күпте һөйләй, ти белгестәр. Өнһөҙ ҡомартҡылар нимә бәйән итә? Яуап киләһе репортажда.

Айгиз икенсе йәйге каникулын ҡулына көрәк тотоп уҙғара. Тәүге йылы практика үтергә килһә, быйыл иһә үҙ теләге менән, археология эшенә ҡыҙыҡҡан. Һәм бушҡа түгел. Ҡаҙған һайын тиерлек ниндәйҙер боронғо әйбергә юлығаһың, ти ул. Башлыса һөйәктәр, әммә ҡиммәтле әйберҙәр ҙә осрап тора. Бөгөн ул тимер бысаҡ ҡалдығы тапҡан.

Һөйәк, ағас, таш, тимер,  балсыҡтан эшләнгән әйберҙәр. Был археологик экспедицияла ҡул ҡаушырып ултырыу мөмкин түгел. Ҡомартҡылар шул тиклем күп, хатта белгестәр теркәп тә өлгөрмәй.

Йыш ишетеп тораһығыҙҙыр, бында тимер таптыҡ, керамика сығарҙыҡ тигән тауыштарҙы. Ҡаҙыныу эштәре алып барыусыларға кәйефһеҙ ултырырға тура килмәй. Ҡомартҡыларҙың күплеге лә бит бай тарих һөйләй. Тимәк, бында күскенселәр түгел, ә ултыраҡ тормош алып барыусылар йәшәгән.

Альберт Әхәтов, Р.Кузеев исемендәге этнология эҙләнеүҙәре институты фәнни хеҙмәткәре

Тап керамиканың күплеге лә ошо фараздарҙы иҫбатлай. Археологтар бында ситтән килтерелгән, ҡала тормошона хас ҡиммәтле һауыт-һаба өлгөләрепн таба. Башлыса улар Алтын Урҙа дәүеренә ҡарай. Тимәк был ерлектә аҫаба башҡорттарҙан тыш башҡа халыҡтар ҙа төпләнгән, ти белгестәр. Табылған мал һөйәктәре лә ошо хаҡта фаразларға нигеҙ бирә.

Биҙәүестәр бар икән, тимәк үҙ оҫталары, ситтән килтерелгән әйберҙәр сауҙагәрҙәр булыуы тураһында һөйләй. Белгестәр был урында бай һәм үҙ аллы кешеләр йәшәүен билдәләй.

Подымалов ауылы эргәһендәге археологик ҡаҙыныу эштәре 2017 йылдан алып барыла. Тәүҙә белгестәр илле, йөҙ квадрат метрҙы ғына тикшергән. Йылдан йыл был уникаль урынға ҡыҙыҡһыныу арта һәм эш майҙаны ла киңәйә.

Радий Хәбировтың Турахан кәшәнәһе янында күскенселәр цивилизацияһының Евразия музейы төҙөтөү башланғысынан һуң эштәр тағы йәнләнде. Быйыл археологтар өс йөҙ квадрат метрҙа Алтын Урҙа дәүерендә йәшәүселәрҙең көнитмешен өйрәнә.

Фото №1 - Башҡортостан археологтары уникаль ҡомартҡы асыҡланы

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ