Башҡортостан башлығы Инйәр ауылындағы дөйөм туҡланыу урынын төшөргән видеояҙмаһы менән социаль селтәрҙә бүлеште. Бөтәһен дә саҡырам, хужалары ҡунаҡсыл, тәмле ашаталар. Башҡортостан буйлап сәйәхәт итеүселәрҙе мотлаҡ туҡталып китһен, тип кәңәш биргән Башҡортостан башлығы.
Бөгөн Радий Хәбиров Баймаҡ районында, Граф күле буйында үткән "Башҡорт аты" фестивалендә ҡатнаша. Байрамдың төп ҡунаҡтарының береһе – Ҡалмыҡ республикаһы башлығы Бату Хасиков.




