Саҡмағош районының Иҫке Үҙмәш ауылында яңы фельдшер-акушер пункты сафҡа инде

Быға тиклемге медицина учреждениеһы заманса талаптарға бөтөнләй яуап бирмәй ине. Хәҙер ауылда процедура һәм привика яһау кабинеттары, өлкәндәрҙе ҡабул итеү өсөн урыны, дарыуҙар һаҡлау, персонал өсөн дә айырым бүлмәләр булған модулле ФАП барлыҡҡа килде.

Беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү үҙәгендә ҡала дауаханаларында булған барлыҡ уңайлыҡтар, коммуникациялар ҙа бар. Йыл аҙағына тиклем районда тағы биш фельдшер –акушер пункты төҙөләсәк.

Фото №1 - Саҡмағош районының Иҫке Үҙмәш ауылында яңы фельдшер-акушер пункты сафҡа инде

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ