Ун көн дауамында барған мәҙәни сарала республика төбәктәренән тыш, илдең тиҫтәләп ҡалаһынан 20 рәссам ҡатнашты. Улар Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте яҡындан танышып, алған тәьҫораттарын картиналарға яҙҙы.
Урында балалар, һәүәҫкәр рәссамдарға оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо. Симпозиумға «Танып легендаһы» исеме аҫтында асылған күргәҙмә менән йомғаҡ яһалды. Яҡын арала күсмә экспозиция Балтас, Ҡалтасы, Тәтешле һәм Яңауыл райондарына юлланасаҡ.
Азат Ғәлиуллин




