Көньяҡ Уралдағы тәбиғәт шарттарына хас булмаған күренештең видеояҙмаһы социаль селтәрҙә тарала. Бәғзеләр был хәлде климат үҙгәрештәре менән дә бәйләп өлгөрҙө.
Биологтар иһә башҡасараҡ ҡарашта, яҙҙың һалҡын килеүе ағастың сәскә бөрөләре үҫешен тотҡарлаған булыуы ихтимал. Һәр хәлдә синоптиктар ҡырауҙар вәғәҙәләмәй, ә дүшәмбенән йәйҙең һуңғы айы башлана.






