Республикала башҡорт атын һаҡлау буйынса институт барлыҡҡа килеүе мөмкин

Был тәҡдимде Радий Хәбиров Баймаҡ районында ойошторлған «Башҡорт аты» республика фестивалендә белдерҙе. Йылҡысылыҡ менән бәйле бөтә шөғөл-кәсептәрҙе үҙ эсенә алған, башҡорт атын һаҡлау һәм үрсетеүҙе маҡсат итеп ҡуйған күләмле, тарихи сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Ҡалмыҡ Республикаһы башлығы Бату Хасиков, ике тиҫтәнән ашыу төбәктән делегациялар ҡатнашты.

Фестиваль конкурс-күргәҙмәләргә лә, спорт ярыштарына ла, мәҙәни программаға ла, эшлекле һөйләшеүҙәргә лә бай булды. Сараның төп темалары хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова.

Башҡорт аты ябай йорт хайуаны ғына түгел, ул халҡыбыҙҙың бренды. Шуға күрә йылҡы малы легенда-риүәйәттәрҙә, хикәйә-романдарҙа, шиғыр-йырҙарҙа данланыуы осраҡлы түгел.

Башҡорт аты француз яуында ла, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла ил һағына баҫҡан ҡаһарман яугирҙарыбыҙҙың да уң ҡанаты, тоғро дуҫы була. Ә генетик сифаттары буйынса башҡорт аты уникаль сифаттарға эйә. Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән Илнур Хәмитов әйтеүенсә, ул – иң эшһөйәр һәм сыҙамлы хайуан.

Башҡорт атын һаҡлау, үрсетеү, йылҡысылыҡты үҫтереү хаҡында һүҙ барғанда ҡымыҙсылыҡ йүнәлешен ситләп үтеү мөмкин түгел. Шифалы эсемлек күп сирҙәрҙән дауа, организмға көс биреү ҡеүәтенә эйә. Фестиваль сиктәрендә ҡымыҙсылар ярышы ла бара. Һәр бер хужаның үҙенә генә хас нескәлектәре, серҙәре бар. Баймаҡ районы Йомаш ауылынан Зифа Иҫәнова фекеренсә, ағас көбөлә бешелгән ҡымыҙ ғына шифалы сифаттарын һаҡлай.

Баймаҡ районында, Граф күле буйында ойошторолған беренсе «Башҡорт аты» фестивале йылҡысылыҡ менән бәйле кәсеп-шөғөлдәргә лә, спорт ярыштарына, эшлекле сараларға ла бай. Әммә был фестивалдең төп маҡсаты күңел асыу ғына түгел, мәғәнәһе күпкә тәрәнерәк, киңерәк. Башҡорт аты һаҡлауға, үрсетеүгә мохтаж. Ошо йәһәттән сара ҙур әһәмиәткә эйә, тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан менән Ҡалмыҡ республикаһы башлыҡтары бер-береһенә аттар ҙа бүләк итте. Ә хеҙмәттәшлек йүнәлештәре рәсми килешеүҙә урын алды. Башҡортостан Ҡалмыҡ республикаһы менән сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник бәйләнештәрҙе үҫтерергә ниәтләй. Радий Хәбиров түңәрәк өҫтәлдәге һөйләшеү барышында башҡорт атын һаҡлау буйынса институт кәрәклеген дә билдәләне.

Ғалимдар фекеренсә, тоҡомсолоҡ предприятиеһы асыу мөһим. Сөнки башҡорт атының үҙенсәлекле сифаттарын һаҡлау шарт.

Башҡорт атын һаҡлау, үрсетеү йылҡысылыҡ менән бәйле күп кәсептәрҙе үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Мәҫәлән, ҡамыт, сыбырткы, сбруй кеүек кәрәк-яраҡтарҙы эшләү. Учалынан Сәғит Фәхретдинов әйтеүенсә, өйрәтеүсе юҡ, һәр кем был һөнәрҙе үҙаллы үҙләштерә.

Башҡорт аты фестивале Ылаҡ, Ауҙарыш кеүек милли уйындарға ла, спорт ярыштарына ла, йәш тай өйрәтеү үҙенсәлектәре һымаҡ мауыҡтырғыс сараларға ла бай булды. Ә Граф күле буйында уҙған тәүге «Башҡорт аты» фестиваленең иң тарихи һәм сағыу мәле булып меңдән ашыу һыбайлыны берләштергән парад булды. Был атлылар парады гиннестың рекордтар китабына индерелер тип көтөлә.

Әлеге көндә Башҡортостанда йылҡы малының иҫәбе 121 мең, тотош ил буйынса алғанда Саха Яҡут респуликаһынан ҡала икенсе урын. Һәр йыл һайын 3 мең тонна тирәһе ҡымыҙ етештерелә. Республика етәкселеге тарафынан йылҡысылыҡ тармағына бирелгән иғтибар күрһәткестәрҙе бермә бер арттырыр тип көтөлә.

Фото №1 - Республикала башҡорт атын һаҡлау буйынса институт барлыҡҡа килеүе мөмкин

Рәмзиә Кәримова

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ