Республикала ураҡ эштәре башланды

Мәләүездәр көҙгө арыш, Көйөргәҙе, Йәрмәкәй һәм Туймазы райондары ужым бойҙайын сабыуға төшкән. Өфө районы Цюрупа исемендәге совхоз эшсәндәре  иһә шипкән һуғыуға тотондо. Уртаса гектар ҡеүәте 20-22 центнер самаһы.  Фермерҙар ике мең гектар биләмәлә гәрсис, етен, бойҙай, арпа һәм һоло үҫтерә. Быйыл тағы ла бер майлы культура – ҡырағай шафран сәселгән. Хеҙмәтсәндәр шипкән үләнен урыуҙы тиҙ арала тамамларға ниәтләй. Хужылҡ етәксеһе Рим Зөбйәеров:

Республикала ураҡ эштәре башланды

Шипкән орлоғоноң 70 проценты сит илгә оҙатыла. Санкцияларға бәйле, экспортлауҙа ҡыйынлыҡтар күҙәтелә. Әммә был төр культураға баҙарҙа ихтыяж ҙур. Шуға ла һатыу менән проблемалар булмаҫҡа тейеш, ти совхоз етәксеһе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, быйыл республика хужалыҡтарына 1 миллион 757 мең гектарҙа уңыш йыйып алырға кәрәк. Уның 262 мең гектары ужым ашлығы, миллион ярым гектары - яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар.

Фото №1 - Республикала ураҡ эштәре башланды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ