Ҡазан-Екатеринбург трассаһы төҙөлөшө барышында тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто кәметелә

Был турала Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Трассаның 140 саҡрымы республикаға тура килә. Автомобиль юлы Дүртөйлө, Борай һәм Тәтешле райондары биләмәләре аша үтә. Тереклекте һаҡлау маҡсатында хайуандарға 9 биоюл һалыу ҡарала. Улар урындағы ландшафтҡа яраҡлаштырылған. Ағастар, ҡыуаҡтар һәм туҡлыҡлы үлән ҡатламы сәселгән. Улар мөхит бөтөнлөгөн генә түгел, йәнлектәрҙең миграция юлдарын да һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә. Үткәүел урындары һунарсылыҡ хужалыҡтары, шулай уҡ Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан раҫланған. Хайуандар сыҡмаһын өсөн юл тимер селтәр менән кәртәләнә.  Трасса һалыу барышында шулай уҡ ауыл малдары өсөн  хәүефһеҙ сығыу урындары булдырыу ҡарала.

Фото №1 - Ҡазан-Екатеринбург трассаһы төҙөлөшө барышында тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто кәметелә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ