Алан Марзаев Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Ул Төҙөлөш һәм архитектура, шулай уҡ Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлыҡтары эше өсөн яуаплы була. Бөгөн был турала республика Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Быға тиклем ике министрлыҡ эше өсөн вице-премьер Рәиф Әбдрәхимов яуаплы ине. Радий Хәбиров уны “Башспирт” предприятиеһы етәксеһе итеп тәғәйенләргә тәҡдим итте. Ҡарарҙы компанияның директорҙар советы ҡабул итә.
Радий Хәбиров Рәиф Әбдрәхимовҡа алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеүгә индергән өлөшө һәм башҡа ҡаҙаныштары өсөн рәхмәт белдерҙе. Элекке вице-премьер “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән бүләкләнде.




