Башҡортостан менән Иран араһында авиабәйләнеш булдырыла

 Әле һауа маршруты илдең биш ҡалаһынан һалынған. Шулай уҡ ике яҡ араһында тауар әйләнеше, ауыл хужалығын үҫтереү мөмкинлеге, туризм кеүек һорауҙар бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаралды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Шишмә районындағы Хөсәйенбәк кәшәнәһе, Әлшәй ерендәге Сусаҡтау, Миәкәләге сәхәбәләр ерләнгән тау. Был – Башҡортостандың туризм үҙәге, дөрөҫөрәге тотош донъя мосолмандарын иғтибарын йәлеп итеү көсөнә эйә булған изге урындарҙың ҡайһы берҙәре генә. Улар менән бығаса ишетеп-белгән Иран Ислам Республикаһы вәкилдәре лә яҡындан танышты. Ҡунаҡтар аҫаба халыҡ йәшәгән ерҙәр менән танышып, алған тәьҫораттары, киләсәккә маҡсаттары менән бүлеште.

Иран Ислам Республикаһы вәкилдәренең республиканың изге урындарына сәфәр ҡылғандан һуң, эшлекле осрашыу артабан Башҡортостан Хөкүмәтендә дауам итте. Ул ике яҡ араһындағы бәйләнеште нығытыуға бәйле булды. Былтыр Иран менән Башҡортостан араһындағы тауар әйләнеше, мәҫәлән, 121 миллион һум кимәлендә булһа, киләсәктә уны ярты миллиардҡа еткереү бурысы ҡуйылды. Фарсы дәүләтен тәү сиратта үҫемлек майы, ағас һәм иген культуралары ҡыҙыҡһындыра.

Шулай уҡ октябргә тиклем Өфөнән Иран Ислам Республикаһына авиабәйләнеш булдырыу мәсьәләһе лә күтәрелде. Ул ике яҡтың да туризм ҡеүәтен арттырырға өмөт уята.

Беҙҙең эшҡыуарҙар Өфөләге етештереү ҡеүәттәре менән бығаса ла танышҡаны булды. Шуға ла беҙ иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыуға ыңғай ҡараштабыҙ. Авиабәйләнеш булдырылыуы иһә ике илдең дә мөнәсәбәтен тағы ла үҫтереүгә өмөт уята. Дипломатик яҡтан да, туристик йәһәттән бик ҡулай булмаҡсы.

Ҡасым Джәләли, Иран Ислам Республикаһының Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе

Осрашыуҙа ижтимағи-сәйәси, иҡтисади тармаҡтан тыш, шулай уҡ фәнни-техник, мәҙәни, социаль һорау мәсьәләләре лә күтәрелде. Тәү сиратта йәштәрҙе уҡытыу. Башланғысҡа әле үк нигеҙ һалынған да инде.

Бөгөн Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында Ирандан 54 студент белем ала. Яҡтар август аҙағында Мәскәүҙә тағы ла осрашырға килеште. Ул мәлдә Иран Ислам Республикаһы мөмкинлектәренә арналған күргәҙмә асыла.

Фото №1 - Башҡортостан менән Иран араһында авиабәйләнеш булдырыла

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ