Республикала коронавирус йоҡтороусылар арта

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә 90 кешелә “ковид-19” вирусы булыуы асыҡланған, бер кешенең ғүмере өҙөлгән.

Әле стационарҙа 108 сирле дауалана, уларҙың күбеһе алтмыш йәштән өлкәндәр. Табиптар әйтеүенсә, 21 кеше ауыр хәлдә, 4 пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 400-гә яҡын кеше өй шарттарында дауалана. Белгестәр ауырыуҙы иҫкәртеү өсөн ҡабаттан прививка яһатырға кәңәш итә.

Башҡортостанда 700 мең самаһы кеше ҡабаттан прививка эшләткән. Һуңғы тәүлектә иммунизация үтеүселәр 12 меңгә артҡан.

Фото №1 - Республикала коронавирус  йоҡтороусылар арта
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ