Күңелһеҙ хәл Сибай ҡалаһы эргәһендәге балалар лагерында теркәлә. Өс үҫмер спорт майҙансығында металл ҡоролмаға менә. Ул балалар өҫтөнә ауа. 15 йәшлек малайҙың башы йәрәхәтләнә, үҫмер дауаханаға оҙатылған. Уны Өфөгә күсереү юлы ҡарала.
Бер тәүлектән ашыу мәрткә киткән малайҙың ата-әсәһе табиптарҙан өмөтлө хәбәр көтә. Зарема Юнысова улы менән фажиғәнән бер ни тиклем алда ғына телефондан һөйләшкән була, сираттағы шылтыратыуҙы инде тәрбиәселәрҙән ала. Улар ҡатынға улының башына тимер ҡоролма ҡолауын хәбәр итә.
Дияз «Юлдаш» лагерына биш йыл рәттән йөрөгән. Быйылғы смена бер аҙна элек кенә башланған була. Фажиғә теркәлгән көндө ул турникта шөғөлләнергә иҫәп тота. Үҫмер ҡоролмаға аҫылынған мәлдә турник ауырылҡты күтәрә алмай, ауа. Асыҡланыуынса, уның бағаналары ергә бер нисә сантиметрға ғына күмелгән була.
Әле үҫмер Сибай ҡалаһы дауаханаһында. Мәрткә киткән пациентты транспортлау мөмкин булмай. Санитар аваиация менән килгән табиптар ҡатмарлы операция яһай.
Әле ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Прокуратура хәлде махсус күҙәтеүгә алған. Хоҡуҡ һаҡсылары лагерҙа башҡа етешһеҙлектәр ҙә тапҡан. Әле «Юлдаш»та 150 үҫмерял итә. Әммә фажиғәнән һуң ҡайһы бер ата-әсәләр балаларын өйҙәренә алып ҡайта ла башлаған.
Айнур Кәбиров




