Башҡортостан Адвокаттар палатаһына яңы етәксе һайланды

Ойошманың президенты итеп Булат Йомаҙилов билдәләнде. Ул 2009-2020 йылдарҙа Адвокаттар палатаһын етәкләгән, шуға ла был вазифаның яуаплығы менән яҡшы таныш. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Башҡортостан Адвокаттар палататаһында яңы етәксе һайлау процедураһына ойошманың бөтә филиалдарындағы белгестәр йыйылды.  Дөйөм һөм йәшерен тауыш биреү юлы менән  Адвокаттар палатаһының президенты итеп Булат Йомаҙилов һайланды.

Булат Йомаҙилов Адвокаттар палатаһы менән 2009-2020 йылдарҙа етәкселек итә. Ойошма эше менән яҡшы таныш етәксе, киләсәккә лә аныҡ бурыстар ҡуя.

Яңы етәксе һайлау процедураһы законға ярашлы ҡағиҙәләр буйынса ойошторолдо. Сарала Рәсәй юстиция министрлығы вәкилдәре һәм Федераль Адвокаттар палатаһы белгестәре ҡатнашты.

Фото №1 - Башҡортостан Адвокаттар палатаһына яңы етәксе һайланды

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ