Байрам сиктәрендә яҡташтар осрашыуы ойошторолдо. Алыҫ тарафтарҙан Бәләкәй Ватанына ҡайтҡандар алдында үҙешмәкәр артистар сығыш яһаны, бай концерт программаһы күрһәтелде.
Ауыл халҡын байрам менән район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов та ҡотлап, изге теләктәрен юлланы. Сара аҙағында тирә-яҡты төҙөкләндереү буйынса уҙғарылған конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Төрлө номинацияларҙа еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Шулай уҡ йола буйынса 50 йыл бергә ғүмер итеүсе парҙар, хеҙмәт кешеләре тәбрикләнде. Әйткәндәй, майҙанда ҡул эштәре күргәҙмәһе лә үтте. Урындағы халыҡ ижад аша тыуған төйәген данланы.
Гөлназ Хәйбуллина







