Рәсәй президенты Владимир Путин десантсыларҙы Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө менән ҡотланы. Ул хәрбиҙәрҙең милли мәнфәғәттәр һағында ышынасылы тороуын билдәләне, десантсыларҙың махсус хәрби операцияла ҙур батырлыҡ күрһәтеүе тураһында белдерҙе. Өфөлә десантсылар көнө уңайынан төп тамаша "Забельский" аэродромында үтә. Ҡанатлы гвардия иртәге сәғәттәрҙә Еңеү паркындағы мемориалға һәм десантсыларҙың дүрт быуынын һынландырған арт-объектҡа сәскәләр һалды. Cарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. “Һауа-десант ғәскәрҙәре Рәсәй армияһының маяғы. Һәр осорҙа был составҡа көслө егеттәр генә һайлап алына”, - ти запастағы десантсылар Рәшит Кәримов һәм Ғәли Ғөбәйҙуллин.







