Фәрит Ғүмәров: "Иҫерек килеш һыу инеү, фажиғә менән тамамланыуы ихтимал"

Белоретта үҫмерҙәр һыуға батып барған ирҙе ҡотҡарған. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.

Фәрит Ғүмәров: "Иҫерек килеш һыу инеү, фажиғә менән тамамланыуы ихтимал"

"Үҫмерҙәр ҡала быуаһында һыу ингән иҫкерек ирҙе күреп ҡала. Ул аяғында ла йүнләп баҫып тора алмай, ә үҙе һыу инергә төшкән була. Балалар тиҙ генә ашығыс хеҙмәттәргә шылтырата. Уларҙың мөрәжәғәте буйынса, дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары ваҡиға урынына килеп етә. Хеҙмәткәрҙәр  батып барған ир янына барып етә һәм уны ярға алып сыға. Ир кеше иҫерек була, үҙен бик насар тота, шуға ла хеҙмәткәрҙәргә полицияға хәбәр итергә тура килә. Көсө булмаһа ла, был ир бер нисә тапҡыр һыуға төшөргә маташа. Балаларға ҙур рәхмәт! Улар ҡотҡарыусыларға ғына шылтыратып ҡалмай, белгестәр килеп еткәнсе, ирҙе ярға сығырға өндәй. Үҫмерҙәр осрамаһа, ул бәлки һыу ҡорбаны ла булыр ине. Бөтә ҡотҡарыусылар исеменән балаларға рәхмәт белдерәм. Кәңәшем шул, һыу буйында бер-берегеҙгә битараф булмағыҙ. Айырыуса балаларҙы ҡарап йөрөтөгөҙ. Эскән кешеләрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк. Статистика күрһәтеүенсә, иҫерек килеш һыу ингән кешеләрҙең байтағы һәләк була. Һыу инеү ҡағиҙәләрен инҡар итмәҫкә, рөхсәт ителмәгән урында йөҙмәҫкә өндәйбеҙ". 

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк. Уның телефоны: 112. Бәйләнешкә инеү бушлай. Сим-картаһыҙ телефондан да элемтәгә сығырға була.

Фото №1 - Фәрит Ғүмәров: "Иҫерек килеш һыу инеү, фажиғә менән тамамланыуы ихтимал"
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ