Авария сәбәбе – рельс нығытмаларын урлауҙа. Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы һәм республика буйынса эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тимер киҫәктәре бурҙарын Нефтекама ҡалаһында ҡулға алды
Поезда хәүефле химик матдәләр булған. 1 миллион 300 меңдән ашыу зыян күрелгән. Рельс нығытмалары өсөн енәйәттә ғәйепләнеүселәр ни бары 16 мең һум аҡса алған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары тимер һыныҡтарын ҡабул итеүселәрҙе, бындай осраҡтар тураһында мотлаҡ дежур бүлектәргә хәбәр итергә саҡыра.
Рафиҡ Әхмәтшин




