Был турала Башҡортостандың баш санитар табибы Анна Казак белдерҙе. Әле халыҡты иҫкәртеү һәм ревакцинация үтеү өсөн ваҡыт бар. Хәлде киҫкенләштермәү өсөн эште тиҙләтеү мөһим.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы биргән мәғлүмәттәр буйынса, республикала ковид менән ауырыусылар һаны 3 тапҡыр артҡан. Һуңғы тәүлектә 88 кешелә коронавирус булыуы асыҡланған, бер кешенең ғүмере өҙөлгән. Әле стационарҙа 100-ҙән ашыу сирле дауалана, уларҙың күбеһе алтмыш йәштән өлкәндәр. Табиптар әйтеүенсә, 23 кеше ауыр хәлдә, 4 пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 383 кеше өй шарттарында дауалана.




