Башҡортостандан Луганск халыҡ республикаһына тағы бер гуманитар ылау килеп етте. Ете йөк машинаһы Петровское ҡалаһында Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөткән мәктәпкә капиталь ремонт өсөн төҙөлөш материалдары тейәгәйне. Төҙөкләндереү яңы уҡыу йылына тиклем тамамланырға тейеш. Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге рәйесе Тимерйән Рәжәпов һөйләй.
Луганск республикаһына гуманитар ылауҙы Башҡортостандан "Берҙәм Рәсәй" партияһы вәкилдәре оҙатып барҙы.







