18-се быуатта төҙөлгән объект Мәләүез районында урынлашҡан. Ул федераль әһәмиәттәге ҡала төҙөлөшө һәм архитектура ҡомартҡыһы тип табылған. Башҡортостан Башлығы эш сәфәре менән Мәләүез районында булды. Ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә видеояҙма менән уртаҡлашҡан.
Радий Хәбиров Салауат исемендәге колхозда ла булды. Унда ураҡҡа төшкәндәр. Игенселәр һәр гектарҙан 45 центнер уңыш алырға иҫәп тота. Башҡортостан Башлығы хужалыҡ хеҙмәтсәндәренә уңыштар теләне. “Быйыл республикала 4 миллион тонна самаһы иген йыйып алырға планлаштырабыҙ”, тине республика етәксеһе. Воскресенск картиналар галереяһы – Михаил Нестерев исемендәге музей филиалы. Унда Радий Хәбиров ҡатнашлығында Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе ултырышы үтте. Йыйылышта “Торатау” һәм “Янғантау” геопарктарын үҫтереү, шулай уҡ тарихи заводтар комплексын һаҡлау мәсьәләһе ҡаралды.




