Башҡортостан Башлығы Шайморатов батальоны хәрби күнекмәләр уҙғарған урынға барҙы

Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты. “Беҙҙең хәрбиҙәр быуаттар дауамында тыуҙан ерен һаҡлаған яугирҙар тоҡомонан. Улар алыштарҙан һәр саҡ еңеү менән сыҡты. Был юлы ла шулай булыр тигән ышаныстамын. Егеттәргә – афарин, ҡуйылған бурысты еренә еткереп башҡаралар. Командирҙары гел маҡтап телгә ала. Беҙ Шайморатов һәм Достовалов батальондарын кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар менән тәьмин иттек. Тылдарын хәстәрләйбеҙ, яҡындары менән бәйләнештәбеҙ. Егеттәр, беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!” - тип тамамлаған Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге яҙмаһын.

Фото №1 - Башҡортостан Башлығы Шайморатов батальоны хәрби күнекмәләр уҙғарған урынға барҙы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ