Ирандың Рәсәйҙәге илсеһе Казем Джалали Өфө дәүләт нефть-техник университеты ректоры Олег Баулин менән осрашты. Улар мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында фекер алышты. Студенттар һәм уҡытыусылар менән алмашыу мөмкинлеге хаҡында ла һүҙ булды. Әле нефть-техник университетта донъяның 60-ҡа яҡын дәүләтенән 1 мең 500 студент уҡый. “Башҡа дәүләт йәштәренең республиканы һайлауы беҙҙәге юғары белем биреү өлкәһенең абруйлы икәнлеген дәлилләй. Белгестәрҙе тейешле кимәлдә әҙерләү күрһәткесе булып тора”, - ти Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты етәксеһе, фәлсәфә фәндәре докторы, профессор Зөһрә Рәхмәтуллина.
Әле Башҡортостан вуздарында ислам республикаһына 50-нән ашыу студент белем ала.







