Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты.
Беҙҙең хәрбиҙәр, быуаттар дауамында ғәзиз Ватанын һаҡлаған яугирҙар тоҡомонан. Алыштарҙан улар даими еңеү менән сыҡты, был юлы ла шулай булыр тигән ышаныстамын. Егеттәргә афарин, ҡуйылған бурысты еренә еткереп башҡаралар.
Командирҙары гел маҡтап телгә ала. Беҙ иһә Шайморатов һәм Доставалов батальондарын кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар менән етәрлек күләмдә тәьмин итәбеҙ. Тылдары ныҡ, яҡындарын хәстәрләйбеҙ, туғандары менән бәйләнештәбеҙ.
Егеттер беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙә.







