Уҡыуҙа ауыр булһа, яуҙа еңелерәк

Полководец Александр Суворовтың был ҡанатлы һүҙҙәрен иҫтә тотоп, Шайморатов исемендәге батальонда хәрби күнекмәләр дауам итә.

Гранатометсылар взводы, ҡорал менән эш итеү оҫталығын шымартты. Батальонда тәжрибәле хәрбиҙәр тупланған, шуға ла улар билдәләгән сәптән ситкә тайпылманы. Батальон ҡорал, кейем, техника менән тулыһынса йыһазландырылған. Европа уртаһында яңынан баш күтәргән фашизм менән алышҡа сыҡҡан Башҡортостан егеттәренең кәйефе күтәренке.

Доставалов батальонында ла тактика һәм ҡорал менән эш итеү буйынса күнекмәләр дауам итә. Берәмектә тупланған егеттәрҙең барыһы ла  махсус хәрби операцияның маҡсатын яҡшы аңлай һәм Донбасс халҡына ярҙамға ашҡына.

Фото №1 - Уҡыуҙа ауыр булһа,  яуҙа еңелерәк
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ