Республикала “Атайлыҡ даны” конкурсы еңеүселәре билдәләндеЙәмәғәт премияһына лайыҡ булыусылар араһында хәрбиҙәр, янғын һүндереүселәр, тракторсылар, уҡытыусылар, фермерҙар, спортсмендар һәм башҡа һөнәр эйәләре бар.
Ярышты ойоштороу комитетынан белдереүҙәренсә, быйыл 140-тан ашыу ғариза ҡабул ителгән. Иң күп ҡатнашыусылар Өфө, Әлшәй һәм Ауырғазы райондарынан. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Атайҙар көнөндә үтә. Номинаттар исемелегендә Өфөнән Ярослав Андрющенко ла бар. Ул – 5 бала атаһы. Улдарының һәм ҡыҙҙарының музыкаль һәм ижади һәләттәрен асырға булышлыҡ иткән конкурсант хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Ярослав Андрющенко 5 бала атаһы һәм яуаплы эш, көндәлек мәшәҡәттәргә ҡарамаҫтан, малай-ҡыҙҙарҙың һәр береһен музыка инструменттарында уйнарға өйрәтә. Һөнәре буйынса маркетолог булып эшләгән ғаилә башлығы музыкаль белемен балаларына еткереп, бөтә ваҡытын уларҙы тәрбиләүгә йүнәлтә.
Тормош иптәше Зилә Андрющенко менән улар балаларын төрлө йүнәлештәге олимпиадарға әҙерләй. Малай-ҡыҙҙарҙың буш ваҡытын мауыҡтырғыс һәм файҙалы итеп үткәреү өсөн өйҙә һүрәт төшөрөү дәресен алып бара, интеллектуаль уйындар үткәрә.
Андрющенко ғаиләһе Башҡортостанда ойошторолған «Атайлыҡ даны» конкурсында ҡатнашырға теләк белдергән. Әүҙем, сәләмәт тормош яҡлы күп балалы атай ғаилә ҡиммәтәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән бәйгенең бүләкләү тантанаһына саҡырылған.
Конкурсҡа Башҡортостанда биш йылдан ашыу йәшәгән атайҙарҙың мөрәжәғәте ҡабул ителә. Жюри ағзалары конкурсанттарҙың шәхси ҡаҙаныштарын, балалар тәрбиәләүҙәге уңыштарын баһалап еңеүселәрҙе билдәләй. Кандидаттарҙы конкурста ҡанташыусыларҙың хеҙмәт коллективы лә тәҡдим итеүе шарт.
Флорида Ким







