Стәрлебаш районында асылған мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәге ошо маҡсатта эш башланы. Коллектив медицина һәм педагогика белгестәренән тора.
Ике ҡатлы учреждение оҙаҡ йылдар файҙаланылмаған бинала урынлаштырылды. Ул төҙөкләндерелгәндән һуң, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Реабилитация артынан Стәрлебаш районына теләге булған һәр кем мөрәжәғәт итә ала. Курс ике аҙнаға иҫәпләнгән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Реабилитация үҙәгенең тәүге ҡунаҡтары ҡыҙыл келәмдән үткәндә үҙҙәрен Голливуд йондоҙолай тоя. Хеҙмәткәрҙәр уларҙы алҡыштар менән ҡаршылап, артабан учреждение буйлап экскурсия үткәрҙе. Бынан ары Ләйсән Мортазинаға 8 йәшлек улы Ислам менән дауаланыу өсөн ҡайҙалыр йөрөргә тура килмәйәсәк. Урында уҡ медицина тикшереүе үтеп, кәрәкле процедуралар алыу мөмкинлеге бар.
Гиперактивлыҡ ыңғай баһаланһа ла, малай аяҡ-ҡулдары һыҙланыуға зарлана. Шуға ла реабилитация үҙәгендә дауаланыу Мортазиндарға мөһим.
Шуға ла реабилитация үҙәге медицина хеҙмәткәрҙәрен һәм педагогтарҙы бергә туплаған.
Үҙәктең эше тик бының менән генә сикләнмәй. Киләһе йыл учреждение биләмәһендә уйын зонаһы һәм асыҡ һауалағы спорт майҙансығы төҙөлөшө көтөлә.
Азат Ғәлиуллин







