Өфөнөң Затон шоссеһындағы капиталь ремонт 80 процентҡа башҡарылған

Подрядсы компания етәкселеге төҙөкләндереү эштәрен август аҙағына тамамларға вәғәҙәләй. Ҡала юл төҙөлөшө лабораторияһы участкаға түшәлгән яңы асфальтты етди контролдә тота. Сираттағы тапҡыр алынған өлгөләрҙе тикшереү һөҙөмтәләре менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

Өфөлә быйыл «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» федераль программаһы буйынса ун ете юл участкаһы төҙөкләндерелә. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо – 23 саҡрым. Иң күләмле капиталь ремонт Затон шоссеһында бара. Бында 8,5 км арауыҡта яңы асфальт түшәлә.

Ҡеүәтле техника билдәләнгән участкала өсөнсө ай эшләй. Башта фреза менән юлдың иҫке ҡатламы ҡырып алынған, артабан биләмәне тигеҙләгәндән һуң ҡайнар асфальт-бетон ҡатнашмаһы һалына башлаған. Йөк машиналары төҙөлөш материалын тура заводтан алып килә.

Затон шоссеһы Ағиҙел йылғаһы аша күперҙән Мебелсылар урамына тиклем яңыртыла. Әлегә участкалағы төҙөкләндереү эштәре 80 процентҡа тамамланған. Асфальт тулыһынса түшәлгәндән һуң, термопласт менән юл һыҙаттарын бүлеү билдәләре һыҙыласаҡ.

Капиталь ремонт барышы етди контролдә. Юл мастерҙары эш барышында уҡ махсус ҡорамалдар менән асфальт түшәү технологияһының теүәл үтәлешен тикшерә. Бынан тыш, ҡаланың бойондороҡһоҙ юл төҙөлөшө лабораторияһы тарафынан да күп кимәлдәге күҙәтеү алып барыла. Заводтан яңы ғына килтерелгән һәм юлға түшәлгән асфальт өлгөләре даими тикшереүгә ебәрелә. Һуңғыһы өс мең кадрат метр майҙанға бер тапҡыр алынып ҡаралырға тейеш.

Асфальттың өҫкө ҡатламында һауа бушлығы норма буйынса өс процентан ете проценҡа тиклем булырға тейеш. Кире осраҡта был ҙур етешһеҙлек һанала. Затон шоссеһында асфальт ун беренсе тапҡыр тикшереүгә алынды. Быға тиклемге күрһәткестәр нормала булған.

Лабораторияла асфальт өлгөләренең составы, күләм үҙенсәлектәре, ныҡлығы ла билдәләнә. Иреткес ярҙамында битум һәм таш материалы кимәле ҡарала. Тикшереү һөҙөмтәләре норматив һәм проекттағы күрһәткестәр менән сағыштырыла.

Лаборатор тикшереүҙәр һөҙөмтәһе буйынса, Затон шоссеһынан алынған асфальт өлгөһөндә һауа бушлығы күрһәткесе яҡынса биш процент тәшкил иткән. Был нормативҡа тура килә. Капиталь ремонт тамамланып бара, тимәк, махсус хеҙмәт тарафынан контроль дә көсәйә. Маҡсат бер – юлдар хәүефһеҙ һәм сифатлы булһы

Фото №1 - Өфөнөң Затон шоссеһындағы капиталь ремонт 80 процентҡа башҡарылған

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ