Көйөргәҙелә уҡ атырға өйрәтәләр

Бөгөн райондың Кинйә-Абыҙ ауылында “Мәргән уҡсы” ойошмаһы семинар үткәрә. Хәрәкәт етәксеһе Юлай Ғәлиуллин әйтеүенсә, “Мәргән уҡсының көньяҡ туғыҙ ырыуы” тип аталған проект Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының грантын яулаған. “Беҙ туғыҙ районда традицион уҡ атыу буйынса секция булдырабыҙ”, - ти ул.

Көйөргәҙелә уҡ атырға өйрәтәләр

Проект туғыҙ ай дауамында тормошҡа ашырыла. Артабан семинарҙар Миәкә, Күгәрсен, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ишембай, Ғафури, Федоровка райондарында һәм Салауат ҡалаһында була. Унда ҡатнашыу бушлай. Йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт менән социаль селтәрҙә танышырға мөмкин.

Фото №1 - Көйөргәҙелә уҡ атырға өйрәтәләр
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ