Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәпте ремонтлауға 95 тонна төҙөлөш материалы

Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса Луганск халыҡ республикаһының Петровское ҡалаһына сираттағы гуманитар ылау оҙатылды. Белем усағында яҡташтарыбыҙ көсө менән күләмле төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Реконструкцияны яңы уҡыу йылына тамамлау ҡаралған. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Йөк машиналарында – төҙөлөш материалдары. Сираттағы гуманитар ылау Луганск халыҡ республикаһына тәғәйенләнгән. Тәжрибәле водителдәр оло юлға сығыр алдынан фураларҙың техник төҙөклөгөн тикшереп, инструктаж үтә. Петровское ҡалаһының белем усағында барған капиталь ремонтҡа Башҡортостанда йәшәүселәрҙең ярҙамын еткереү – яуаплы бурыс.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән белем усағында капиталь ремонт Башҡортостан төҙөүселәре көсө менән алып барыла. Яҡташтарыбыҙ хеҙмәт вахтаһын лайыҡлы үтә. Мәктәптың ҡыйығы, тышҡы яғы, тәҙрәләре, инженер селтәрҙәре яңыртыла.

Коллоннаны юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы патруле һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре оҙатып бара.  Барлығы 21 кеше һәм ун берәмек техника юлға сыҡты.

Петровское ҡалаһындағы мәктәп төҙөлөш материалдары менән даими тәьмин ителә. Эш күләме ҙур. Белем усағында ремонт нигеҙ һалынған көндән, уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарынан алып башҡарылмаған. 2014 йылда бинаның ут аҫтында ҡалыуы техник торошон йәнә ҡатмарлаштыра.

Мәктәптең яңырыуы, заманса төҫ алыуы тураһында күптән теләнек. Һәм бына беҙҙең хыялыбыҙ тормошҡа ашып бара. Бәхетебеҙҙең сиге юҡ, Башҡортостанға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Уҡытыусылар, балалар, ата-әсәләр төҙөлөш эштәренән һуң бинаны йыйыштырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Барыһының да йөҙөндә шатлыҡ.

Гөлназ Серова, М. Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп директоры

Мәктәптең капиталь ремонтын Яңы уҡыу йылына тиклем тамамлау планлаштырылған. Башҡортостандан төҙөлөш бригадаһы ялға туҡтамай эшләй. "Белем усағы фойеһында яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйылған бюст фиҙакәр хеҙмәт алып барыуға көс өҫтәй", – ти оҫталар.

Фото №1 - Миңлеғәле Шайморатов исемендәге мәктәпте ремонтлауға 95 тонна төҙөлөш материалы

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ