Башҡортостанда үлем күрһәткесе йыл башынан 9,9 процентҡа кәмегән

Әммә шул уҡ ваҡытта республикала тыуымдың да әҙәйеүе күҙәтелә. Демография үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 4,4 процентҡа түбәнерәк. Был турала бөгөн уҙған «Сәләмәтлек сәғәте»ндә белдерелде.

Кәңәшмәне Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин алып барҙы. Сара алдынан республика медицина учреждениеларына утыҙ ике «Лада Гранта» автомобиленең асҡысы тапшырылды. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге яңылыҡтар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Яңы, уңайлы, хәүефһеҙ. Ҡырмыҫҡалылар заманса транспорт сараһына ҡыуанып бөтә алмай. «Лада Гранта» автомобиле һауа торошон контролдә тотоусы борт компьютеры, ашығыс сигнал еткереүсе Эра-Глонасс системаһы менән йыһазландырылған, техник яҡтан бар хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Ә төбәк табиптарына йыш ҡына төпкөл ауылдарға сығырға тура килә.

Башҡортстан медицина учреждениеларына бөтәһе 32 автомобиль асҡысы тапшырылды. Ҡайһы бер төбәктәргә 2-3 транспорт сараһы тура килә. Баймаҡтар әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа автомобилдәр паркын яңыртыуға ҙур иғтибар бирелә.

Автомобиль-транспорт паркын яңыртыу «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә, медицинаның тәүге звеноһын яңыртыуға йүнәлтелгән төбәк программаһы буйынса тормошҡа ашырыла. Был хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу менән тығыҙ бәйле.

Еңел автомобилдәр бөгөн республиканың 19 медицина учреждениеһына тапшырылды. Белгестәр әйтеүенсә, транспорт паркын яңыртыу бик мөһим. Сөнки урындарҙа медицина хеҙмәтләндереүенең сифаты хаҡында һүҙ барғанда тәү сиратта ваҡытында барып етеү табип ярҙамы күрһәтеү мотлаҡ. Йәғни һәр автомобиль ул ҡотҡарылған ғүмерҙәр, тигән һүҙ.

Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин әйтеүенсә, ил, республика етәкселеге медицина тармағының матди-техник базаһын нығытыуҙы ныҡлы контролдә тота. Заманса медицина транспорты алыу артабан да дауам итәсәк.

«Сәләмәтлек» сәғәтендә һүҙ коронавирус инфекцияһының яңы тулҡыны, демография күрһәткестәре, дарыуҙар менән тәьмин итеү хаҡында барҙы. Йылдың тәүге яртыһында үлем һәм тыуым күрһәткестәренең кәмеүе күҙәтелә. Мәҫәлән, быйыл 17 мең 331 сабый донъяға килгән. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 749-ға әҙерәк. Үлем күрһәткесе лә 9,9 процентҡа кәмегән.  

Кәңәшмәлә бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү барышы ла ҡаралды. Был категория ике төргә бүленә – федераль һәм төбәк исемлеге. Ике йыллыҡ дарыуҙар тәьминәтенә күсеү менән бәйле был исемлектең артыуы күҙәтелә. Быйыл федераль ташлама менән файҙаланыусыларға 1 миллиард 100 миллион, төбәк категорияһына 2 миллиард 900 миллион һум бүленгән. Тағы ла ярты миллион һум тирәһе һирәк осрай торған сирҙән өсөн. Әммә өҫтәмә финанслау ҙа талап ителә.

«Сәләмәтлек сәғәте»ндә коронавирус инфекцияһының яңы тулҡыны хаҡында ла һүҙ барҙы. Әле сирҙе йоҡтороусыларҙың арта башлауы күҙәтелә. Шуға күрә хәүефһеҙлек талаптарына иғтибарҙы мотлаҡ. Бынан тыш, медицина учреждениеларында туҡланыу сифатын яҡшыртыу, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының өҙөклөкһөҙ эшмәкәрлеген тәьмин итеү хаҡында ла һүҙ барҙы.

Фото №1 - Башҡортостанда үлем күрһәткесе йыл башынан 9,9 процентҡа кәмегән

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ