Атап әйткәндә, химия терапияһы үткән пациенттарға операция еңел үтһен өсөн шеш урынына махсус билдә ҡуйыла. Шулай уҡ биопсия анализдарын алыу процесы еңелләштерелгән. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Титан тултырылған шприцты ҡаҙар алдынан ентекле УЗИ үткәрелә. Химия терапияһы яман шеште таратырға мөмкинлек бирә. Ләкин операция ваҡыты килеп еткәс, хирургтар ул шеште табып, дөрөҫ әмәлиәт яһаһын өсөн махсус радиоактив билдә ҡуйыла. Узи-белгестәре өҫтәлендә 39 йәшлек ҡатын. Үҙендә һөт биҙе яман шеше барлығын ул икенсе стадияһында ғына асыҡлай.
Яман шеште титан менән билдәләү методикаһын Республика онкология диспансерында яңыраҡ ҡына ҡуллана башлайҙар. Һөҙөмтә рентген һүрәтендә асыҡ күренә. Бер нисә процедуранан һуң, яман шеш таралған. Уның урынын махсус билдә ярҙамында ғына күрергә мөмкин. Тимәк, операция ваҡытында башҡа урындарға зыян килмәйәсәк.
УЗИ ярҙамында күренмәгән яман шештәрҙе заманса маммограф аша табып, анализ алырға мөмкин. Был пациентҡа биш йыл элек һөт биҙе шешен алыу буйынса операция яһала. Әле икенсе яҡ күкрәктә шештең барлыҡҡа килеүенә шик бар. Уны УЗИ аша ла, пальпация ярҙамында ла асыҡлау мөмкин түгел. Дөрөҫ диагноз ҡуйыу өсөн аҙ инвазивлы метод менән биопсия анализы алына. Был бер-нисә миллиметрлыҡ шештәрҙе лә билдәләргә мөмкинлек бирә, ти белгестәр.
Яман шештең күп төрҙәрен дауаларға мөмкин, әммә бының өсөн уны тәүге стадияла асыҡлау шарт. Белгестәр әйтеүенсә, Башҡортостанда йыл һайын бер мең 800 ҡатын-ҡыҙҙа һөт биҙе яман шеше асыҡлана. Уларҙың 70 проценты 1-2 стадияла ауырыған була. Пацинттарҙың уртаса йәше – 61 йәш.
Әлфинә Килдейәрова




