Инорс биҫтәһендә 110 киловольтлыҡ яңы подстанцияға нигеҙ һалынды. Объектты сафҡа индереү йылдам төҙөлөшө майҙанына әйләнгән биләмәне электр селтәренә тоташтырыуҙы тиҙләтергә һәм энергия өҙөклөктәрен кәметергә мөмкинлек бирәсәк, тигән фекерҙә белгестәр. Подстанцияны киләһе йылға файҙалыныуға тапшырыу ҡарала.
Төҙөлөш эштәре башланыу уңайынан уҙғарылған тантанала Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм «Система» акционерҙар компанияһы вәкилдәре ҡатнашты.
Эште уңышлы башҡарыуға юрап, йола буйынса подстанция нигеҙенә даға һалынды. Хөкүмәт Премьер-министры Башҡортостан энергетиктарының эшмәкәрлеге һәм инвестиция сәйәсәтен юғары баһалы.




