Балалар баҡсаһы грант системаһын үҙләштерә

Бөгөн Өфөнөң мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы етәкселәренең август кәңәшмәһе үтте. Йыллыҡ планды барлауҙан тыш, мәғариф өлкәһендәге инновация алымдары, илһөйәрлек тәрбиәһе һәм гранттар конкурсында ҡатнашыу кеүек мәсьәләләр ҡаралды. Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Балалар баҡсаһы мөдирҙәренең быйылғы август кәңәшмәһе бөтөнләй икенсе юҫыҡта үтте. Ғәҙәти йыллыҡ планды барлауға ҡоролманы. Ә осрашыу дискуссия форматында алып барылды. Шуға ла сарала ҡатнашҡан бар мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы етәксеһе лә үҙ фекерен әйтмәй ҡалманы.

Август кәңәшмәһенең тап 121-се балалар баҡсаһында үтеүе осраҡлы түгел. Ҡала үҙәгендә урынлашҡан учреждение өс йыл элек файҙаланыуға тапшырылған. Ул оҙаҡ йылдар буш торған бина урынында төҙөлгән. Мәктәпкәсә йәштәге балаларға сифатлы белем биреүҙә интерактив технологиялар ҡулланыу төплө ойошторолған.

Ә инде аҙна-ун көндән Өфөлә педагогтарҙың республика август кәңәшмәһе үтә. Бөгөн балалар баҡсаһында ойошторолған сара күләмле осрашыуға әҙерлек сараһы ла булып торҙо. Әйткәндәй, быйыл баш ҡаланың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына 12 меңдән ашыу бала тәү тапҡыр аяҡ баҫасаҡ.

Фото №1 - Балалар баҡсаһы грант системаһын үҙләштерә

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ