Нефтселәр династияһына нигеҙ һалыусы ғаилә

 Өфөлә йәшәүсе Нәсихә Саҙретдин ҡыҙы менән Мәҡсүт Хисмәт улы Шәйхоловтар байрамын – алтын юбилейын билдәләй. Өфө тарихына үҙ исемдәрен фиҙәҡәр хеҙмәте менән яҙған ғаиләнең шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Нәсимә менән Мәҡсүт Шәйхоловтар тормош һуҡмағынан ярты быуат бергә атлай. Әле лә уларҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Бер-береһенә ҡарата ихтирам-хөрмәтен һүндермәйсә йәшәй. Мөхәббәт – кеше күңелендәге сиҙәмде аҡтарырлыҡ көскә эйә, ти, улар. Яҙмыш һынауҙарын көслө рухлылар ғына лайыҡлы үтә ала. Ғаилә башлығы үҙ данымды үҙем эшләнем, беҙҙең юлды бөгөн балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр дауам итә тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша.

 Геройыбыҙ хеҙмәт биографияһын 1964 йылда Салауат нефть химияһы комбинатында компрессор машинисы ярҙамсыһы булараҡ башлай. Тырыш, уңған, белемгә ынтылыусы егет завод етәкселеге йүнәлтмәһе буйынса 1971 йылда Өфө дәүләт нефть институтына уҡырға инә. Техник уҡыу йортон уңышлы тамамлағандан һуң, ул хеҙмәт юлын өлкән аппаратсы булараҡ дауам итә.

22 -се партсьезд исемендәге нефть эшкәртеү заводында ул саҡта баш инженер вазифаһын башҡарған Мортаза Рәхимовтың етәкселегендә эшләй. Өлкән оператор, установка етәксеһе, һуңынан Химия һәм нефть химияһы сәнәғәте эшселәренең профсоюз өлкә, халыҡ контроле комитеты рәйесе урынбаҫары, техник инвентаризация үткәреүсе,баш эколог. Башҡарған һөнәрҙәр – тотош яҙмыш, күңел торошо, ти, идара итеү өлкәһе нескәлектәрен ғәмәли яҡтан тәрән үҙләштергән етәксе.

Әгәр эшеңде яратаһың һәм бөтә булмышыңды, һәләтеңде файҙаланып башҡараһың икән, үҙеңә лә, ғаиләңә лә, бөтә донъяға ла ҙур ҡыуаныс килтерәһең, тигән фекерҙә Мәҡсүт Шәйхолов. Яратҡан эшеңдә бәхетлеһең булһаң, тимәк, был бәхет йортҡа ла эйәреп ҡайта.

Сәйетбабала тыуып үҫкән уҙаман баш ҡала янындағы ер ресурстарын тәртипкә килтереүҙе айырым теүәллек менән үтәп сыға. Ер фондын иҫәпкә алып, Өфөнөң электрон форматтағы ер базаһын булдыра. Күсемһеҙ милек һәм төҙөлөшкә контроллек итеү тармаҡтарында ла яуаплы вазифаларҙа эшләй.

Ҡатмарлы һәм тәрән техник белем талап итә торған өлкәләрҙә намыҫлы эше, хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһалана. «Өфөнө үҫтереүҙә хеҙмәттәре өсөн» билдәһе, «Рәсәйҙең маҡтаулы инвентаризаторы», «Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе» исемдәре бирелә, тиҫтәләгән Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.

Ярты быуат буйы бер-береһен һаҡлап, икеһе лә бер һүҙҙән булып, татыу, бәхетле ҡартлыҡ кисерә, балаларына терәк булып йәшәй нефтселәр династияһына нигеҙ һалыусы Нәсихә менән Мәҡсүт Шәйхоловтар.

Фото №1 - Нефтселәр династияһына нигеҙ һалыусы ғаилә

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ