Башҡортостан шефлығында булған Красный Луч районында Дәүләт думаһы депутаты Иван Сухарев муниципалитет етәкселеге, мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар уҙғарҙы. 29-cы мәктәптә үҫеп килгән быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә етди иғтибар бүленә.
Бөйөк Ватан һуғышына арналған стендта Советтар Союзы геройы, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры Сафа Хәсәновтың портреты ҡуйылған. Белем усағының берҙәм коллективы үҙҙәрен һәр ваҡыт Рәсәйҙең бер өлөшө тип һанаған. Ҡушылырға ризалар.
Башҡортостандың сәләмәтлек поезы Петровское ҡалаһында үҙ эшен башланы. Тар профилле белгестәр йөҙҙәрсә кешене ҡабул итеп, сифатлы медицина ярҙамы күрһәтә. Дәүләт Думаһы депутаты менән осрашыуҙа табиптар урындағы дауахана хеҙмәткәрҙәре менән берҙәм эш ойошторолоуын билдәләне. Медицина десанты командировканы тағы ла бер айға оҙайтырға ла әҙер.







