«Икеа»ны үҙебеҙҙең республика предприятиелары алмаштыра алырмы?

Туймазылағы «Велес» мебель фабрикаһы баҙарҙа ике тиҫтә йылдан ашыу эшләй. Быйыл ойошма етәкселәре етештереү ҡеүәтен ике тапҡырға арттырыуға өлгәшкән. Үҫеш республиканың матди ярҙамында мөмкин булған. Мебель етештереү процессы һәм төбәк предприятиеларын ҡеүәтләндереү саралары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.

Фабрика цехтарында станок тауышы тынмай, тиерлек. Бында йылына 300 тонналап әҙер продукция сығарыла. Мебель өлөштәре бер нисә етештереү этабы үтә. Башта таҡталар кәрәкле үлсәм буйынса киҫелә, ситтәре йәбештерелә, һуңынан шөрөптәр өсөн тишектәр быраулана.

Фабрикала материал рәүешендә башлыса лдсп һәм мдф файҙаланына. Сеймал Ижевскиҙан килтерелә. Предприятие биләмәһендә бер нисә цех эшләй. Уларҙың береһендә мебель деталдәре әҙерләнә, йәғни улар һатыу алыусыға үҙ аллы йыйыу өсөн тәғәйенләнгән. Ҡапҡа төрөлгәс, деталдәр әҙер продукция келәтенә оҙатыла.

Предприятие етәкселәре әйтеүенсә, санкциялар ойошма эшмәкәрлегенә йоғонто яһамаған. Ҡатмарлы шарттарҙа ла продукция өсөн хаҡ элеккесә һаҡланған. Әйткәндәй, улар бында сағыштырмаса түбән. Ә ҡоролмалар Ҡытайҙан килтерелә. Ҡайһы бер өр-яңы станоктар бер нисә көн элек кенә сафҡа ингән.

Быйыл предприятие етештереү күләмен яҡынса ике тапҡырға арттырыуға өлгәшкән. Был Яңы станоктар килтереүгә бәйле. Заманса ҡоролмалар Сәнәғәтте үҫтереү фонды иҫәбенә һатып алынған. Әлегә аҡсаның бер өлөшө генә сарыф ителгән, йәмғеһе ойошмаға 35 миллион һумға яҡын льготалы кредит хупланған.

Яҡын арала предприятие яңы аш-һыу бүлмәһе өсөн мебель етештереү цехы асырға иҫәп тота. Дәүләт ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ проект ваҡыты ике тапҡырға ҡыҫҡарған.

Предпритие етештергән мебель ассортименты менән уның кибетендә танышырға мөмкин. Һатыусылар араһында ихтыяж артыуға бәйле, быға тиклем күргәҙмә рәүешендә генә эшләгән элекке кибет урынына яңыһын төҙөйҙәр.

Дәүләт ярҙамында Туймазы фабрикаһы станоктарҙы 90 процентҡа яңыртҡан. Предприятие ҡалала булдырылған мебель кластерына инә. Шул сәбәпле, ойошма сығымдарҙың бер өлөшөн кире ҡайтара ала, бынан тыш, һалым льготаларына дәғүә итә.

Фото №1 - «Икеа»ны үҙебеҙҙең республика предприятиелары алмаштыра алырмы?

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ