Дауаханаға эләккән етемдәрҙе ҡарарға Президент гранты ғына ярҙам итә ала

 «Беҙҙең балалар» хәйриә фонды хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, илдәге иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ хәйриәлекте ҡырҡа кәметкән. Шуға күрә ауырыу һәм етем балаларҙы хәстәрләүсе фондтар йышыраҡ бюджет сығанаҡтарына мөрәжәғәт итә. Әле «Беҙҙең балалар» фонды грантҡа дәғүә белдереп ғариза биргән дә инде. Конкурс һөҙөмтәләрен тәрбиәселәр, балалар ҙа ҙур өмөт менән көтә.

Елена Харламова менән кескәй Вика әле ике аҙна элек кенә бер-береһен бөтөнләй белмәгән. Хәҙер инде улар әсә менән бала шикелле. Сабый яғымлы ҡулдарға шул тиклем өйрәнгән, хатта яңғыҙы ғына карауатта ултырыуҙан баш тарта.

Елена Анатольевна Виканы дауаханаға һалғастар ҙа бала ҡараусы булып килә. Ауырыу сабыйҙы хәстәрләрлек башҡа кеше юҡ. Табиптарҙың үҙ эше. Теләгән хәлдә лә барыһына ла иғтибар биреп еткерә алмай. Тап ошондай осраҡта «Беҙҙең балалар» хәйриә фонды ойошторған ярҙам кәрәк тә инде. Бала ҡараусылар бала бағыу менән генә сикләнмәй, ниндәйҙер дауалау, үҫеш курстары ла уҙғара.

Мин оҙаҡ йылдар корреция мәктәбендә тәрбиәсе булдым. Шуға күрә аңлы рәүештә ауырыу балалар менән эшләүемде дауам иттем. Әгәр баланың сәләмәтлеген яҡшыртыу, аңын үҫтереү мөмкин икән, уны бәләкәй сағында, мәктәпкә тиклем үк эшләү һөҙөмтәлерәк. Ҡыҫҡа ваҡыт, әлбиттә, әммә беҙ дауаханала ятҡанда сабыйҙарға әсәй булып та өлгөрәбеҙ. Айырылышыу ҙа ауыр була.

Елена Харламова, бала ҡараусы

 Ләкин һуңғы осорҙа дауаханаға эләккән етемдәрҙе ҡарауҙы ойоштороу ҡатмарлашҡан. Хәйриә аҡсаларына йәшәгән фондтар финанс ауырлыҡтар кисерә. Илдәге иҡтисади хәл мәрхәмәтлелеккә лә йоғонто яһай. Ә бит ауырыу, етем балаларҙа ҡурсалауға, яҡындар йылыһына мохтажлыҡ кәмемәй.

«Дауахана балалары» программаһы республиканың 11 ҡалаһында эшләй. Йылына 150 нән ашыу баланың дауаханала ятыуын хәстәрләйбеҙ. Сығымдар ҙа бик күп. Айына ғына биш йөҙ мең тирәһе талап ителә. Ә бит фондтың башҡа программалары ла байтаҡ. Өҫтәүенә хәйриәлек тә кемей төштө. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ был изге эште ташлай алмайбыҙ. Өмөт президент гранттарына. Дәүләт аҡсалары ғына балаларҙың ауыр мәлдә яңғыҙ ҡалмаясағына гарантия бирә.

Лилиә Ямалиева, «Дауахана балалары» программаһы белгесе

«Беҙҙең балалар» хәйриә фонды Президент гранттары конкурсында алтынсы йыл ҡатнаша. Төрлө күләмдә отолған аҡсалар етемдәрҙе ҡарау эшен һаҡлап алып ҡалған. Быйыл да улар Виканың ауырыу менән япа-яңғыҙ ҡалмауына ҙөр өмөт бағлай.

«Беҙҙең балалар» фондының «Дауахана балалары» программаһына ярҙам итергә теләүселәр ойошманың сайтына инеп аҡса күсерә ала. Йәки НЯНЯ пробел һәм хәйриә суммаһын яҙып 3434 һандарына смс ебәреү ҙә етә.

Фото №1 - Дауаханаға эләккән етемдәрҙе ҡарарға Президент гранты ғына ярҙам итә ала
Выборы 2026

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ