Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин медицина учреждениеларына 32 автомобиль асҡысы тапшырҙы. Машиналар мөмкинлеге сикле пациенттарҙы йөрөтөү һәм беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн тәғәйенләнә. LADA Granta автомобилдәре участка терапевтарын һәм башҡа белгестәрҙе йөрөтөү өсөн дә файҙаланыла. Ҡырмыҫҡалы районы үҙәк дауаханаһы баш табибы Салауат Камалетдинов:
Яңы автомбилдәр Өфөнөң 8-се ҡала дауаханаһы, 2-се һәм 5-се балалар поликлиникаһы, Баймаҡ, Учалы, Асҡын һәм башҡа район дауаханаларына тапшырылды.Яңы техника беренсел звеноларҙы яңыртыу төбәк программаһы буйынса һатып алынған. Ул Милли проект буйынса тормошҡа ашырыла.







